60 йәшен туйлаған "Ләйсән" йәштәргә алыштырғыһыҙ. Учалының йөҙөк ҡашы булып, Башҡортостан бейеү сәнғәтенең аҫыл ташына әйләнгән ижади коллектив үҙенең юбилейын туйлай. Сәхнәгә сыҡҡан артистар көндәлек тормошта ябай һөнәр эйәләре. Әммә күңелдәре, йөрәктәре ябай түгел уларҙың.
Кемдәр ул "Ләйсәндәр"? Ошо турала студиябыҙ ҡунаҡтары "Ләйсән" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе Миҙехәт Алсынбаев һәм ансамбль репетиторы Венера Ғөбәйҙуллина менән әңгәмә ҡорабыҙ.







