Рәсәйҙә ҡаҙ аҫырау буйынса иң алдынғы төбәктәр исемлеге аталды. Был исемлектә Башҡортостан беренсе урында килә. Республикалағы шәхси хужалыҡтар, ҙур фермаларҙа миллион 463 мең баш ҡаҙ аҫыралған. Беҙҙең илдәге һәр алтынсы ҡаҙ тап Башҡортостанда үҫтерелә. Әммә, һуңғы осорҙа шәхси ихаталарҙа ҡаҙ үрсетеүселәр кәмей. Бигерәк тә, быйыл. Белгестәр быны яуым-төшөмгә бәйләй. Шулай ҙа, Башҡортостан үҙенең ҡаҙ үрсетеүсе төбәк статусын юғалтмай. Бөгөнгө һөйләшеү ҡаҙға бәйле буласаҡ. Ауылдарҙа ҡара көҙҙөң иң матур мәле – ҡаҙ өмәләре бара. Йәй буйы урамда, һыу буйҙарын тултырып йөрөгөн йорт ҡоштарының тауышы тынып, яңы яуған ҡар өҫтөндә уларҙың эҙҙәре лә күренмәй. Ҡаҙҙан ҡаҙ айырыламы, ҡаҙ итенән туйып буламы икән? Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ошо хаҡта.
Студияла ҡунаҡта — ҡаҙҙың тоҡомон уның йомортҡаһынан ҡарап әйтә алыусы Заһира Байгилдина.







