Хәйерле иртә, Республика! - 19.11.2024 Замандаш фекере

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 19.11.2024 Замандаш фекере

Йәнде иретер, йөрәктәргә ял бирер яңылыҡтарға өмөт итә донъя. Заманды яңылыҡтарһыҙ, тормошто ваҡиғаларһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел хәҙер. Ошо ваҡиғаларҙы мәңгелек итерлек замандашыбыҙ беҙҙең студияла. Уны матбуғат сараларында эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ, матбуғатты уҡыған замандаштарыбыҙ яҡшы белә. Студиябыҙ ҡунағы — бар һөнәри ғүмерен “Башҡортостан” гәзитенә бағышлаған фотохәбәрсе Айрат Билал улы Нурмөхәмәтов.