Башҡортостан район-ҡалалары хакимиәттәрендә эшләгән етәкселәр корпусы тулыһынса яңырта. Башҡортостандағы иң ҙур райондарҙың береһе – Стәрлетамаҡ районы башлығы вазифаһын да хәҙер ҡатын-ҡыҙ башҡара. Рәсми һандар буйынса 50 мең самаһы кеше йәшәгән һәм йыл һайын 200 мең тонна ашлыҡ үҫтергән муниципаль берәмек һәм уның киләсәге тураһында барасаҡ һөйләшеү.
Студияла ҡунаҡта — Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина.







