Милли рух, йолаларыбыҙ, туған телебеҙ һағында торған Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се ижад миҙгелен ваҡлай. "Ырыҫлы бишек" тип аталған сираттағы концерт программаһы ла моң һәм рух байрамына әйләнәсәк, ти республиканың төп сәнғәт йорто әһелдәре.
Беҙҙә ҡунаҡта — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова һәм Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Үмәрғәлина.