Хәйерле иртә, Республика! - 17.12.2024 Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 17.12.2024 Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә

Башҡорттарҙың үҙенең ете быуынға тиклем белеүе — ҡағыҙға яҙылып, мөһөр һуғылмаған, әммә мотлаҡ ҡағиҙәһе, хатта ҡануны. Ата — ул — ейән — бүләр — быуар — тыуа-ят — ете-ят. Бына ошондай схеманан тора башҡорт шәжәрәһе. Бөгөнгө һүҙебеҙ халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, уларҙың нәҫеле һәм килеп сығыштарына бәйле.

Студия ҡунағы — Башҡортостандың Милли архивының генеалогия, күргәҙмә һәм баҫма-нәшриәт эшмәкәрлеге бүлеге мөдире Зөфәр Ғәтиәтуллин.