Хәйерле иртә, Республика! - 15.01.2025 Йәнлектәр нисек ҡышлай?

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 15.01.2025 Йәнлектәр нисек ҡышлай?

Бөгөн 15 ғинуар, шаршамбы. Ҡыш миҙгеленең ҡап уртаһына еттек. Миҙгел башында башлыса ҡара ер ятһа, ғинуар уртаһына көрттәр ҙә һалынды. Сатлама һыуыҡтар, бына башланыр тип көтәбеҙ. Урманда ҡырағай йәнлектәр нисек көн итә? Ни өсөн бүреләр ауыл-ҡалаларға яҡыная? Егерь-инспекторҙарҙың ҡышҡы мәшәҡәттәре тураһында барыр һүҙебеҙ.Һунар инспекторҙары рейдтар үткәрә.Төбәктә мышы һәм ҡоралай аулау миҙгеле тамамланды. Әммә браконьерҙарҙы был туҡтатмай. Инспекторҙары даими рәүештә ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлай. Яңы йыл байрамдарында ғына 13 браконьерлыҡ осрағы асыҡланған.

Студия ҡунағы — Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев.