Хәйерле иртә, Республика! - 22.01.2025 Ырыҫлы Ырғыҙлы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 22.01.2025 Ырыҫлы Ырғыҙлы

Ауыл ҡото-ғаиләләр, ауыл ҡото-тырыш эшселәр, ғәмле ҡатындар, ауыл ҡото — ул ағинәйҙәр, оҫта ҡулдар, уңған етәкселәр..Күңелдәренең һәр күҙәнәге менән ауылым йәшәһен, уның киләсәге булһын, тип тырышыусылар. Эйе, бөгөн беҙ ауыл тормошо, үҫеше, урында йәшәгән халыҡтың киләсәккә маҡсаттары һәм башҡарған эштәре тураһында һөйләшәбеҙ.

Беҙҙә ҡунаҡта ырыҫлы Ырғыҙлылар. Бөрйән районы Ырғыҙлы ауыл биләмәһе башлығы Илвир Сәйфуллин, ауылдың урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Урия Мөхәмәтйәрова, мәктәп интернаты тәрбиәсеһе Наилә Ноғоманова.