Башҡорт дәүләт академия драма театрын унан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Эскерһеҙ һәм нескә, тормошсан һәм характерлы ролдәре менән халыҡтың һөйөүен яулаған, күҙ ҡарашы менән дә тамашасыны үҙенә буйһондорған шәхес ул — беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ.
Һүҙебеҙ — Эльвирә Әхтәм ҡыҙы Юнысова тураһында. Ошо көндәрҙә ул күркәм ғүмер байрамын — юбилейын ҡаршыланы. Бөгө беҙҙә ҡунаҡта. — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Эльвира Юнысова.







