Хәйерле иртә, Республика! - 30.01.2025 Айыҡ ауыл - ил һағында

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 30.01.2025 Айыҡ ауыл - ил һағында

"Айыҡ ауыл – ил һағында". Был ауылдарҙа йәшәүселәр бик әүҙем, улар айыҡ йәшәү рәүешен киң пропагандалай. Тимәк, беҙҙә сәләмәт, бәхетле ғаиләләр тағы ла күбәйә. Ауылдарҙы төҙөкләндереү, ғаилә мөхитен яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһай, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуына Асҡын яҡтарынан килеп еткән ҡунаҡтарыбыҙ менән тап ошо хаҡта һөйләшәсәкбеҙ.

Студия ҡунаҡтары: ауыл хакимиәте хеҙмәткәре Инзилә Вәсил ҡыҙы Фазлинурова, Асҡын районының мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса идаралыҡ етәксеһе, проект кураторы Гөлзифа Альбирт ҡыҙы Мөхәмәтдинова һәм Әмир ауылы ҡыҙы Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова.