"Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тамашасыларына ҙур бүләк әҙерләй. 22-се февралдә "Динамо" стадионының боҙ майҙанында "Беҙ бергә" тип аталған ҙур тамаша көтөлә. Хәҙер инде йолаға әйләнә барған был сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам, шулай уҡ "Динамо" йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе ойоштролоуға теүәл бер быуат тулыуға арнала.
Студия ҡунағы — "Башҡортостан 24" муниципаль телевизион каналы етәксеһе Рәмзит Абуляев. Тапшырыуҙың икенсе өлөшө "Сәйәхәтсе һуҡмағы" проектының сираттағы сығарылышынан тора.







