Башҡортостан район-ҡалаларында фольклор коллективтары нисек йәшәй, улар күпме, нисек үҫешә, ауыл мәҙәниәт усаҡтарында белгестәр етәме һәм ғөмүмән, райондарҙа халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән эш нисек алып барыла. Ошо хаҡта Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Лена Вәлиева, музыкант Рәфис Баҡыев һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Әхмәтйәнова менән һөйләшәбеҙ.
Фольклор коллективтары тураһында фекер алышыуыбыҙҙың сәбәбе лә бар. Март башында «Кушнаренко таңдары» республика фольклор ижады фестивале үтә.







