Хәйерле иртә, Республика! - 14.02.2025 Бер ғүмер етмәй икән

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 14.02.2025 Бер ғүмер етмәй икән

Билдәле яҙыусы, драмматург Мөнир Ҡунафиндың махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтып, күргән, кисергәндәренә нигеҙләнеп ижад иткән әҫәрҙәре буйынса "Бер ғүмер етмәй икән..." тигән спектакль әҙерләнә. 20-се һәм 21-се февральдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уның премьераһы үтәсәк.

Спектакль тураһында ентекләберәк студияға саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ  — билдәле яҙыусы, драматург, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов һөйләне.