Хәйерле иртә, Республика! - 25.02.2025 Быуаттарҙы тоташтырған биҙәк

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 25.02.2025 Быуаттарҙы тоташтырған биҙәк

Башҡортостандың йәнә бер бренды рәсми патент алды. Хәҙер "Башҡорт аҫалы балаҫы" тигән атама тап республика биләмәләрендә һуғылған балаҫтарға ҡағыла. Быға тиклем "Мансур граниты", "Башҡорт мамыҡ шәле" айырым патентҡа эйә булды.

25-се февралдә "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуында тап башҡорт балаҫы тураһында фекер алышыу булды.