Ҡорос аттарҙы ла күптән эйәрләне улар.Руль артындағы гүзәл заттар тураһында әллә күпме көләмәстәр яҙылһа ла, иң ипле йөрөүселәр тап улар. Еңел машина менән генә түгел, ҙур автобустар менән оҫта идара итәләр. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта "Башавтотранс" ойошмаһы рейстарында республика буйынса 71 ҡатын-ҡыҙ водитель иҫәпләнә.
Ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, гүзәл зат тәү сиратта, әсә һәм донъя тотҡаһы булып ҡала.
Беҙҙә ҡунаҡта — башҡаланың 57-се маршрутында "Нефаз" йөрөүсе водитель Лиана Исламова һәм 51-се маршрутта йөрөүсе Әлиә Ғәҙелшина.