Хәйерле иртә, Республика! - 26.03.2025 Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 26.03.2025 Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ

Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылының «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» ирекмәндәр цехы өлөшләтә мобилизация башланғандан алып яугирҙәребеҙгә махсус кейем, хәрби госпиталдәргә ҡаралты өлгөләре, баш кейемдәре тегә, маскировка селтәрҙәре үрә. Район хакимиәте бының өсөн бер нисә тегеү машинаһы алып бирә. Хәҙер инде уларҙың эштәре күпкә киңерәк, Рәсәй президенты гранты отоп хаҡлы ялдағылар өсөн дә махсус проект ойошторғандар.

Стәрлебаш ауылында ойоштолоған изге башланғыс Хәмиҙуллиндарҙың хәрби ғаиләһенә ҡарай. Улар бөгөн "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының ҡәҙерле ҡунаҡтары. «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» ирекмәндәр цехы етәксеһе Зифа Һибәт ҡыҙы һәм ирекмән Фәрит Әхмәт улы Хәмиҙуллиндар.