Хәйерле иртә, Республика! - 11.04.2025 Балаларға сифатлы кейем

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 11.04.2025 Балаларға сифатлы кейем

Өфөнөң "Оптри" тегеү фабрикаһы сит ил брендтары баҙарҙан юҡҡа сыҡҡас тиҙ арала үҙ линейкаһын булдырҙы. Әлеге көндә предприятие тәүлегенә өс меңгә тиклем төрлө кейем-һалым тегә. Әйткәндәй,ойошма махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ өсөн әйберҙәр тегеүҙе лә яйға һалған. Шулай ҙа уларҙың төп йүнәлеше- мәктәп балалары өсөн кейем тегеү. Киләһе аҙнала Мәскәүҙә балалар тауарҙары индустрияһының 15-се юбилей Конгресы үтә. Унда "Оптри" тегеү фабрикаһы Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы берҙән бер ойошма. Беҙҙә ҡунаҡта — тегеү фабрикаһы етәксеһе Зөлфирә Ғәзизова һәм дизайнер Алһыу Сафина.