Хәйерле иртә, Республика! - 15.04.2025 Яныбай Хамматовтың "алтын мираҫы"

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 15.04.2025 Яныбай Хамматовтың "алтын мираҫы"

Бөгөнгө һөйләшеү милли әҙәбиәтте үҙ итеүселәр, яратыусылар, һаҡлаусылар булған уҡыусылар өсөн әһәмиәтле. Һүҙебеҙ Яныбай Хаммат улы Хамматов тураһында. Башҡорт прозаһының “алтын таяуҙарының” береһе булған ҡәләм оҫтаһының тыуыуына быйыл 100 йыл. Ошо көндәрҙә уның автобиографик романы ла донъя күрҙе. Уникаль документаль яҙма, ундағы факттар тураһында фекер алышыуҙа Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева ҡатнаша.