Хәйерле иртә, Республика! - 29.04.2025 Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 29.04.2025 Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл!
Ватаныбыҙ ғына түгел, ә донъя халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. 9-сы майҙа Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙандағы хәрби парадта 20-гә яҡын дәүләттең етәкселәре ҡатнашырға теләк белдергән. Улар дөйөм халыҡ һаны яҡынса 3 миллиард кеше йәшәгән илдәр башлыҡтары. Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә тап Бөйөк Ватан һуғышына, Башҡортостандың Еңеүгә индергән өлөшөнә арнала. Бығаса билдәле булмаған факттар хаҡында айырым әйтербеҙ. Студия ҡунағы – тарих фәндәре кандидаты Илфат Зәки улы Сәмсетдинов.