Бөгөнгө тема үтә мөһим. Бигерәк тә, хәҙерге шарттарҙа. Һүҙебеҙ Рәсәй мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән мөғәллимдәрҙең сираттағы сьезы тураһында. Тап бөгөн Өфөлә ошо фәндән белем биргән уҡытыусыларҙың йыйыны асылды. һүҙ башы тел булһа, уның нигеҙендә тарбиә, милләттең асылын, уның аңын һәм тарихын һаҡлау. Ил субьекттарынан килгән һәм йәне-тәне менән башҡорт телен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ҡунаҡтарыбыҙҙың фекере беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булыр. Студия ҡунаҡтары: Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Күҙбаева менән Яр Саллы ҡалаһының 11-се һанлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Балағотдинова.
Хәйерле иртә, Республика! - 13.05.2025
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
13 мая 2025, 09:30 ГТРК «Башкортостан»