Хәйерле иртә, Республика! - 20.05.2025 Ашыҡ уйнарға ашыҡ

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 20.05.2025 Ашыҡ уйнарға ашыҡ

Бөгөнгө иртәлә һеҙҙе уйнарға саҡырабыҙ. Уның сәбәбе лә бар. Беренсенән, бороңғо уйындарҙы тергеҙеү һәммәбеҙең бурысы. Икенсенән, тиҙҙән балаларҙың йәйге каникулдары башлана. Оҙайлы ялдар мәлендә ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, балаларығыҙ менән бергәләп 12 таяҡ, йәшенмәк, серек бәрәңге, ҡапҡа асыу кеүек уйындар уйнаһағыҙ, ниндәй күңелле буласаҡ. Ә кемдең йүгерергә ялҡауы килә икән, тимәк, тик ултырып ҡына уйнарлыҡ уйындарыбыҙ бар. Бөгөнгө һөйләшеү тап ошо темаға арнала. Студиябыҙ ҡунағы Зилә Лира.