Бөгөнгө мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ күптән көтөп алынған дуҫтарыбыҙ. Һуңғы осорҙа уларҙың уңыштары ҡыуандыра ла, шатландыра ла. Яңы спектаклдәр, тулы залдар. 105 йәшен билдәләһә лә, улар һаман йәш, һаман дәртле һәм һәр саҡтағыса матурҙар. Шишәмбе иртәһен беҙҙең менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры вәкилдәре ҡаршылай. Театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Ҡаҙаҡбаева бөгөн беҙҙә.
Хәйерле иртә, Республика! -27.05.2025 105-се миҙгелде теүәлләп
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.