Хәйерле иртә, Республика! - 03.06.2025 Башҡорт киноһы киләсәге

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 03.06.2025 Башҡорт киноһы киләсәге

Бынан теүәл 35 йыл элек республика үҙ киностудияһын төҙөнө. Яңы асылған студия ул саҡтағы СССР-ҙа иң йәше булып һанала. Тәүҙә хроникаль һәм документаль таҫмалар әҙерләнһә, артабан йәнһүрәттәр донъя күрә, ә беренсе фильм тип “Быяла юлсы”ны атарға мөмкин. Башҡортостандың үҙ студияһын булдырыуы ғәйәт ҡатмарлы шарттарҙа үтә. Киностудияның тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында бара һүҙебеҙ.

Беҙҙә ҡунаҡта — "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев.