Иң боронғо ырыуҙың 7-се йыйынын 21 июндә Бөрйән ерлеге ҡабул итә. Түңгәүер башҡорттары республикабыҙҙың Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла һәм Күгәрсен райондарында йәшәй.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Республикабыҙҙың түңгәүер ырыуы Ҡор башы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Бөрйән районының Түңгәүер ырыуы Ҡор башы Мәүлит Мөхәмәтйәнов һәм Бөрйән районының Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Биктимер Мырҙабулатов.