Хәйерле иртә, Республика! - 17.06.2025 Яҙыусының әйтер һүҙе

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 17.06.2025 Яҙыусының әйтер һүҙе

Башҡортостан Яҙыусылар берлеге үҙ ҡорон туплай. Ҡәләм оҫталары съезын уҙғарыу кәрәклеге тураһында республика етәксеһе Радий Хәбиров шәхсән белдерҙе. Улай ғына түгел, төбәк башлығы яҙыусылар президиумы менән айырым әңгәмә лә ҡора. Сираттағы съезд өсөнсө июлдә үтәсәк. Ниндәй ҡор һәм унда ниндәй һорауҙар ҡаралырға тейеш? Ошо һорауҙарға студиябыҙ ҡунағы – Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина яуап бирә.