Алыш бармы — көрәш бармы? Батырҙар майҙанға шулай тип сығыр булған. Әле лә беҙҙең спортсылар донъя кимәлендә ал бирмәй. Ошо көндәрҙә Ҡариҙел егете 17 йәшлек Әнүәр Әхмәтгәрәев билбау көрәше буйынса донъя беренселегендә чемпион исемен яуланы.
Ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай.Үзбәкстанда үткән бәйгеләрҙә Рәсәй командаһына ике алтын һәм бер бронза миҙалы килтерҙе. Әлеге көндә көрәшселәр июль башында Мәскәүҙә үтәсәк донъя кубогына әҙерләнә.
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуында ҡунаҡта - Милли көрәш буйынса 4 тапҡыр, билбау көрәше буйынса 7 тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Башҡортостан көрәшселәре йыйылма командаһының өлкән тренеры Артур Зөлҡәрнәев.