Түҙемһеҙләнеп көткән йәйебеҙ ҡабалан-ҡараһалан үтеп бара. Ямғырҙары, түҙгеһеҙ эҫе көндәре менән дә ҡыуандырҙы уҙған 3 ай. Бығаса булмаған күстәнәстәрен ҡалдыра йәй апай. Еләк-емеше ишелеп уңды, ә бына алмаларын йыйып бөтөрлөк түгел. Данлыҡлы Бөрө алмаларын үҫтереп, уны һаҡлаусылар был иртәлә беҙҙең менән. Студия ҡунаҡтары Гөлшат һәм Рөстәм Урмановтар.
Хәйерле иртә, Республика! - 26.08.2025 Алмалар бешкән саҡта
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.







