Хәйерле иртә, Республика! - 02.09.2025 "Нур" балҡышы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 02.09.2025 "Нур" балҡышы

Башҡортостандың театр, филармониялары ижади миҙгелгә старт бирә. Труппалар яңы миҙгелдәге тәүге премьераларҙы атай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә" трагедияһын ҡайтанан һәм яңыртылған вариантта сәхнәгә сығара.

"Нур" татар театры ла ошо уҡ авторҙың "Йәйәүле Мәхмүт" пьесаһын тамашасыларға тәҡдим итәсәк. Ә бына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында иһә ҙур ваҡиға. Беренсе тапҡыр республикала ҡурсаҡ театрҙары фестивале көтөлә. Уның исеме лә "Ҡурсаҡ фест".

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының 2-се сентябрь сығарылышы ҡунаҡтары Өфө "Нур" татар дәүләт театрынан.