Рәсәй һәм Ҡытай араһындағы мәҙәниәт һәм туризм йылы айҡанлы Циньхуандао ҡалаһында "Алтын майҙан" Халыҡ-ара традицион мәҙәниәт фестивале үтте.
Күләмле сарала Ҡытай коллективтары һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 70-ләгән ижади төркөм ҡатнашты.
Башҡортостандың сағыу мәҙәниәтен республика Халыҡ ижады үҙәгенең "Селтәр" милли кейем студияһы тәҡдим итте һәм оло еңеүҙәр менән ҡайтты.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — "Селтәр" милли кейем студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Мамина.







