Хәйерле иртә, Республика! - 28.10.2025 Икмәк хаҡы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 28.10.2025 Икмәк хаҡы

Башҡортостан ураҡ кампанияһын йомғаҡлай. Аграр секторҙа йылдың иң мөһим өлөшөн республика механизаторҙары лайыҡлы тамамлай. Ырҙын табаҡтары, элеваторҙарға ташылған яңы уңыш быға асыҡ дәлил. Быйыл Башҡортостан 3 миллион 800 мең тона иген йыйып алды. Был күләм республика халҡын икмәк, он менән тәьмин итеүгә тулыһынса етә. Хужалыҡтар хатта миллион тонна ашлыҡты һата аласаҡ. Ә ябай игенселәр, механизаторҙар бөгөн нисек йәшәй? Ауылды ғына түгел, ә районды тотоп торған хужалыҡтар үҙҙәренең маҡсаттарын аныҡлағанмы? Ауыл халҡына ниндәй ярҙам кәрәк?

Студия ҡунағы – Көйөргәҙе районындағы иң ҙур ширҡәттәрҙең береһе – Киров исемендәге йәмғиәт рәйесе Дамир Байгилдин.