Быйыл балан бигерәк уңған,
Хәтерләтте бала саҡты.
Әйтерһең дә бала сағым.
Ҡабат күҙҙәремә баҡты.
Әсәй менән балан йыйып,
Ҡайта инек, урман гиҙеп.
Янып торған тәлгәштәрҙе
Ҡуя инек бауға теҙеп.
Бөгөнгө һүҙебеҙ ошо емеш тураһында. "Әсе балан емеше"-, тип йырлаһалар ҙа, ҡулдары оҫта булғандарҙа әсе балан татлы, тәмле ризыҡҡа әйләнә.
Студия ҡунаҡтары — Миәкәнең Тамъян-Таймаҫ ауылынан бер туған өсәү, апалы-һеңлелеләр Филүзә Солтанова, Зөлфирә Солтанова һәм Фәриҙә Аллаярова.







