Хәйерле иртә, Республика! - 25.11.2025 Туҡһан йыллыҡ тарих

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 25.11.2025 Туҡһан йыллыҡ тарих

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты үҙенең күркәм байрамын, 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо арауыҡ эсендә ул меңдәрсә йәш егет, ҡыҙға белем һәм тәрбиә биреп, ҡанаттарын нығытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙы.

Данлыҡлы гимназияның барлыҡҡа килеү тарихы, ундағы уҡытыу һәм тәрбиә алымдары, белем усағының бөгөнгө тормошо, күренекле уҡытыусылар, билдәле уҡыусылар тураһында булды бөгөн һүҙебеҙ.

Студиябыҙ ҡунаҡтары - Башҡорт гимназия интернатының 1994-2003 йылдарҙағы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева, гимназияның әлеге директоры Ләлә Зинатулла ҡыҙы Шәрипова һәм, ошо белем усағын тамамлаусы, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының абитуриенттарҙы ҡабул итеү һәм йүнәлеш эштәре буйынса бүлек мөдире, химия фәндәре кандидаты Рәмил Рәүил улы Зарипов.