Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халиҡ белер. Эйе тап халиҡ, ә халыҡ түгел. Был мәҡәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индереү ҙә фарыз.
Студиябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы ысын мәғәнәһендә изгелек эшләп, уны һыуға һалыусы. Ул — Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, хеҙмәт ветераны, бихисап наградаларға эйә булған Миҙхәт Хәсәнов.







