Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, илдә "Аҙ һанлы аҫаба халыҡтар көнө" билдәләнә. Был дата йыл һайын 30-сы апрелдә үткәрелә. Дәүләт башлығы имзалаған тағы бер документҡа ярашлы, хәҙер йыл һайын 8-се сентябрҙә "Рәсәй халыҡтары телдәре көнө" уҙғарыла. Ә киләһе йыл Рәсәйҙә "Халыҡтар берҙәмлеге йылы" тип иғлан ителә. Президент Владимир Путин Бөтә Рәсәй казактар ойошмаһы атаманы Виталий Кузнецов тәҡдимен хуплап, йылды ошо исем аҫтында уҙғарыу кәрәклеген билдәләй.
Башҡортостанда бөгөн 110-дан ашыу милләт вәкиленең йәшәгәнлеген иҫәпкә алғанда, киләһе йылдың маҡсаттары һәм бурыстарын республика халҡы яҡшы аңлай. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ Баҡалынан. Тап ошо район керәшендәр күпләп йәшәгән муниципаль берәмек.
Студия ҡунаҡтары: Леонид Васильев, Нина Васильева, Любовь Васильева һәм Светлана Васильева.







