Бөгөн Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнә.
Республикабыҙҙа ирекмәндәр башҡарған эштәрҙе һанап та, баһалап та бөтөү мөмкин түгел. Ниндәй генә өлкәне алма, һәр ерҙә ваҡытын, көсөн йәлләмәй, мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙыусылар, шөкөр, етерлек. Беҙ уларҙы ысын геройҙар тип атайбыҙ. Беҙҙең бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ ҙа ирекмәнлек эшен үҙҙәренең изге бурысы итеп алған. Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Беренсе тирмә» проекты ирекмәне, эшҡыуар Ынйы Әхмәҙуллина һәм әлеге ваҡытта яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүсе әүҙем ирекмәндәребеҙ Өфөнән Риф Ҡаһиров менән Шишмә районының Яңы Ябалаҡлы ауылынан Кәримә Әхмәтшина.







