Хәйерле иртә, Республика! - 15.12.2025 Ауыл йөрәге

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 15.12.2025 Ауыл йөрәге

Ишембайҙағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе – Яңы Һәйеттән ҡунаҡтар саҡырыуыбыҙ һис осраҡлы түгел. Бәләкәй генә биләмәнең ҙур ҡыуанысы. Яңы Һәйеттә, ниһәйәт, заманса клубы – модулле мәҙәниәт йорто асылды. Яңы һәйеттең иң талантлы һәм “ауылым” тип янып йөрөгән вәкилдәре бөгөн беҙҙең менән. Таныш булайыҡ — Яңы Һәйет ауылы клубы мөдире Зөлхизә Зәйнуллина һәм Ҡолғона ауылының социаль-мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Гөлсара Әминова.