"Хәйерле кис, республика" программаһында композитор, шағир Әкрәм Дауытовты иҫкә алдыҡ. Уның "Әсәйемә хат", "Йәшәргә лә әле, йәшәргә", "Тик өмөтөмдө өҙмә генә" һ.б. йырҙарын белмәгән, яратмаған кеше юҡтыр, моғайын. Сағыу талант эйәһе, Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса үтеп, Берлинғаса барып еткән, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән шәхестең яҙмышы ҡатмарлы ла, аяныслы ла.
Әкрәм Дауытов хаҡында БР халыҡ артисы Азамат Тимеров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Хәйерле кис, республика! - 26.11.19 Композитор, шағир Әкрәм Дауытовтың яҡты иҫтәлегенә
Смотрите выпуск Хәйерле кис, республика! - 26.11.19 Композитор, шағир Әкрәм Дауытовтың яҡты иҫтәлегенә