14 декабрь – Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Был көндә башҡалабыҙҙа һәм республика буйынса төрлө саралар үткәреләсәк. Улар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, популярлаштырыуға йүнәлтелә. Нисек уҙасаҡ Башҡорт теле көнө?
Ошо хаҡта программабыҙ ҡунаҡтары менән фекер алышабыҙ. Студияла — Алита Лоҡманова, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең баш белгесе һәм Гөлнара Бадалова, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе, методист.