«Хәйерле кис,Республика!» Китап ҡәҙере - 29.06.20

Смотрите выпуск «Хәйерле кис,Республика!» Китап ҡәҙере - 29.06.20
«Хәйерле кис,Республика!» Китап ҡәҙере - 29.06.20

Бороңғо Рим философы Цицерон: “Китапһыҙ өйҙөң йәне юҡ”, — тигән, һәм бер ҙә арттырмаған. Сөнки китап – ул белем донъяһын, аҡыл һәм күңел байлығын, рух бейеклеген һынландырған үтә лә тәрән, символик төшөнсә. "Хәйерле кис, республика" тапшырыуының сираттағы сығарылышында һүҙ — китап ҡәҙере хаҡында. Тапшырыуҙа журналист Миләүшә Иҙрисова республикабыҙҙың иң оло белем усағы,  — З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлдаш Ураҡсин менән әңгәмәләшә.