Иғтибар үҙәгендә - 07.10.20 Бөгөн уҡытыусыларға республика башлығы гранттары тапшырылды

Смотрите выпуск Иғтибар үҙәгендә - 07.10.20 Бөгөн уҡытыусыларға республика башлығы гранттары тапшырылды
Иғтибар үҙәгендә - 07.10.20 Бөгөн уҡытыусыларға республика башлығы гранттары тапшырылды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы гранттары тапшырылды. Аҡсалата бүләк башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ла бирелде. Был наградаға лайыҡ булыусылар араһында Стәрлетамаҡтан 3 уҡытыусы бар. Улар Стәрлетамаҡтағы полилингваль күп профилле мәктәп директоры урынбаҫары Гөлнар Рим ҡыҙы Ғималова, өсөнсө гимназиянан Рәсимә Хәлил ҡыҙы Сәфәрова һәм 33-сө мәктәптән Гөлфиә Факил ҡыҙы Һөйәрембәтова.