“Иғтибар үҙәгендә” тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында айныҡтырыу системаһын тергеҙеү темаһын күтәреп сығырға ниәтләнек. Совет осоронда күптәргә таныш булған айнытҡыстарҙы кире ҡайтарыу тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Уға ярашлы, төбәктәр үҙҙәрендә медицина айнытҡыстары асыу хоҡуғын алды. Айнытҡыстар тураһында һөйләшеүгә Өфөлә 10 йылдан ашыу эшләп килгән һәм иҫерек хәлдәгеләр өсөн тәғәйенләнгән берҙән-бер социаль-реабилитация үҙәге директоры Абдразаҡ Мусинды саҡырҙыҡ.
Иғтибар үҙәгендә - 03.02.21 Айнытҡыстар кәрәкме?
Смотрите выпуск Иғтибар үҙәгендә - 03.02.21 Айнытҡыстар кәрәкме?
