Иғтибар үҙәгендә - 01.09.21 Пандемия шарттарында Башҡортостандың белем биреү системаһы нисек эшләйәсәк

Смотрите выпуск Иғтибар үҙәгендә - 01.09.21 Пандемия шарттарында Башҡортостандың белем биреү системаһы нисек эшләйәсәк
  • Иғтибар үҙәгендә - 01.09.21 Пандемия шарттарында Башҡортостандың белем биреү системаһы нисек эшләйәсәк

Беренсе сентябрь, яңы уҡыу йылының беренсе көнө. Мәғариф системаһындағы иң ҡатмарлы осор – уҡыу миҙгеленә старт бирелде. Башҡортостанда ярты миллион самаһы уҡыусы булып, мәктәптәрҙә 116 мең педагог эшләгәнен иҫәпкә алғанда, был тармаҡтың көндәлек тормошта ниндәй урын алғанын баһалауы ауыр түгел. Ауырлыҡ тигәндәй, хәҙер икенсе йыл рәттән тағы бер ҡатмарлыҡ бар. Ул коронавирус. Пандемия шарттарында Башҡортостандың белем биреү системаһы нисек эшләйәсәк, уҡыусыларға өҫтәмә каникулдар көтөләме? Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо турала бара. Студияла ҡунаҡта Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Миләүшә Латыпова.