Иғтибар үҙәгендә - 19.01.22 "Башҡорт шәле" брендын тергеҙеү мөмкинме?

Ни өсөн шал, шәл һәм вәлде беҙ Ырымбурға бүләк иткәнбеҙ? Был брендты тергеҙеү мөмкинме?
  • Иғтибар үҙәгендә - 19.01.22 "Башҡорт шәле" брендын тергеҙеү мөмкинме?

Халыҡ мәҙәниәте һәм уның материаль булмаған мәҙәни мираҫы тигәндә, беҙ, башҡорт халҡының быуындарҙан быуынға күсеп килгән йырҙары, ҡурайы, башҡа музыкаль инструменттары, ауыҙ-тел ижады тураһында фекерләйбеҙ. Халҡыбыҙың тағы ла бер байлығы – уның ҡул эштәре, кәсептәре. Ҡурайҙың хәҙер яҙмышы билдәле. Уның башҡорт халҡының төп уйын ҡоралдарының береһе булыуы тураһында документыбыҙ ҙа бар. Әммә, беҙ тағы бер материаль булмаған байлыҡты онота барабыҙ. Ул — башҡорт шәле. Ошо турала һөйләшер өсөн беҙ студияға ҡунаҡҡа республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаеваны саҡырҙыҡ.