Шүлгәнташ музей комплексы Башҡортостандағы иң яҡшы тарихи обьекттар исемлеген етәкләй. Бындағы үҙәк хәҙер донъя кимәлендәге талаптарға ла яуап бирә ала.
Ошо хаҡта 22-се июндә "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуында Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттар файҙаланыу буйынса фәнни-ғәмәли үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин белдерҙе. Данир Әхмәҙи улы әйтеүенсә, Тура-хан кәшәнәһе янында музей комплексы төҙөлөүе ихтимал. Ошо йәһәттән тәүге һөйләшеүҙәр ҙә алып барыла. Яңы проект әле етди тикшереүҙәр үтә.