Иғтибар үҙәгендә - 29.06.22 Ғаиләне һаҡлап ҡалыу, атайҙар һәм әсәйҙәр роле

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
  • Иғтибар үҙәгендә - 29.06.22 Ғаиләне һаҡлап ҡалыу, атайҙар һәм әсәйҙәр роле

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, хәҙер июлдең 8-се көнө “байрам датаһы” тип иғлан ителә.

Маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу, балаларҙы рухи тәрбиәләү, тиелә рәсми ҡағыҙҙа. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ғаиләне һаҡлап ҡалыу, атайҙар һәм әсәйҙәр роле тураһында.

"Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында 29-сы июндә эфирға сыҡҡан барған "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуында ҡунаҡта – Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова.