Башҡортостанда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына быйылғы дәғүәселәр исемлеге аталды. Хәҙер улар менән телевидение һәм радиотапшырыуҙар эфирҙарында, ваҡытлы матбуғат саралары биттәрендә таныштырыу башлана. Исемлеккә 8 кандидатура индерелһә лә, дәғүәселәрҙең дөйөм һаны 15 кеше.
Бөгөнгө әңгәмәгә саҡырылған ҡунағыбыҙ ҙа ошо исемлектә тора. Студияла ҡунаҡта — барыбыҙға яҡшы таныш булған Наилә Ғәбделхай ҡыҙы Сәфәрғолова. Ул "Йөрәк һүҙе" шиғри бәйгеһе проекты авторы.