Башҡортостанда халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән йүнселдәргә ярҙам йәһәтенән 8 миллион һум бүленә

Халыҡ кәсептәре үҫеше хаҡында әңгәмә.
  • Башҡортостанда халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән йүнселдәргә ярҙам йәһәтенән 8 миллион һум бүленә

Ошо туралағы Бойороҡҡа Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Сумма сығымдарҙы ҡаплау, яңы ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Конкурс нигеҙендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекттары 700, ә үҙаллы мәшғүлдәргә ярты миллион һум ҡарала.

Ғөмүмән, республикала халыҡ кәсептәре нисек үҫешә, уларҙың киләсәге бармы? Бөгөнгө һөйләшеү ошо турала.

Студияла ҡунаҡта — эксперт, "Ағиҙел" халыҡ кәсептәре предприятиеһы етәксеһе Гүзәл Кәримова.