Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2023-сө йылды республикала "Башҡорт фән эшмәкәрҙәре һәм мәғрифәтселәре йылы" тип иғлан итәсәк. Тотош йылды бер маҡсатҡа арнауҙың үҙ маҡсаты бар. Ул – башҡорт ғалимдары исемен донъяға танытыу, йәштәргә лайыҡлы шәхестәрҙе өлгө итеп ҡуйыу.
"Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуының шаршамбы, 7-се декабрҙәге сығарылышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов менән һүҙ ошо турала барҙы.