8-се февраль Рәсәй фәне көнө. Башҡортостандың ғилми даирәһен республика башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Башҡортостан ил субьекттары араһында фәнни-технология үҫеше буйынса милли рейтингында "иң яҡшы биш төбәк" исемлегендә.
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең булыуы ла ошоға дәлил. Тағы бер уңыш — студенттар кампусы. Ә фәнни даирә бөгөн үҙе ниндәй хәлдә, йәштәр ғилем менән ҡыҙыҡһынамы? Студияла ҡунаҡта йәш ғалимә, филология фәндәре кандидаты, Өфө тарих-тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Роза Дауытова.