Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм камиллаштырыуҙа ниндәй ғилми тикшеренеүҙәр талап ителә, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етерлекме? Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә тыуған телде уҡытыуҙы нисек хәл итергә? “Рәсәй Башҡортостан радиоһы” һәм “Башҡортостан 24” телевизион каналында эфирға сыҡҡан "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Студия ҡунағы — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова. Әйткәндәй, уҡыу йортонда башҡорт филологияһы факультетын ойоштороуға 30 йыл.